Тәүҙә эш һалдаттарға гуманитар ярҙам ебәреүҙән башлана. Фронтта дрондарға ихтыяж тураһында белгәс, ирекмәндәр уларҙы етештереүгә тотона. Ошо көндәрҙә улар Донбасста ла булып ҡайтҡан. Дрон йыйыу цехында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова булды.
Дрон йыйыу конструкторҙы хәтерләтә. Бөтә өлөштәре лә урында булыу шарты менән уны бер нисә сәғәттә йыйырға мөмкин. Башта нигеҙе һайланыла, уға төп комплект әйберҙәре - антенна, двигатель, камера ҡуйыла. Коптер йыйылғас, уға компьютер ярҙамында программа һалына.
Йыл башынан ирекмәндәр 30 тирәһе дрон йыйған. Коптерҙарҙың фронтта ғүмере ҡыҫҡа булыуын иҫәпкә алғанда, һан бәләкәй ҙә һымаҡ. Тик уның өлөштәрен илдең төрлө нәктәһенән көтөп алыу оҙаҡ процесс. Бағыусылар булғанда, эш күпкә тиҙерәк барыр ине, ти ирекмәндәр. Тик улар тик тормай, ҡайһы бер комплект әйберҙәрен, әйтәйек, антенналарҙы, үҙаллы етештерә башлаған.
Ирекмәндәр ҙурлығы, ауырлығы һәм тәғәйенләнеше буйынса 3 төрлө дрон йыя. Уларҙы һалдаттар разведка һәм йөк ташыу өсөн файҙалана. Яңы моделгә улар «Башҡорт сәләме» тип исем ҡушҡан. Ул бер саҡрымға тиклем һауаға күтәрелеп, 3 килограм тирәһе йөк ташый ала. Үткән аҙнала ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһенә барып, уны һалдаттарға тапшырған.
Махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ирекмәндәр гуманитар ярҙам да ташый. Уларҙың ирекмәнлек эше шунан башланған да инде. Бөгөн төркөмдә 7 кеше эшләй. Уларға ҡушылырға теләүселәр артыу сәбәпле, дрон йыйыу цехын киңәйтеү талап ителә. Бының менән ирекмәндәр яҡын арала шөғөлләнмәксе.
Рәзилә Ғилметдинова



