Был туралағы указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Награданы Кремлдә Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы. Эксперттар билдәләүенсә, награда республика башлығының ил мәнфәғәттәрен яҡлауға индергән өлөшөн сағылдыра. Башҡортостан ирекле подразделениелар ойоштороу һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса башҡа субъекттарға өлгө булып тора. Бынан тыш, төбәктә хәрбиҙәргә һәм ғаиләләргә ярҙам сараларының киң пакеты ҡабул ителгән. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров күп тапҡыр махсус операция зонаһында булды.
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, илдең социаль-иҡтисади үҫешенә, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә, мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә, күренекле спорт ҡаҙаныштарына, халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте, илдең оборона һәләтен нығытыуға ҙур өлөш индергән граждандар бүләкләнә.




