Ул 1941 йылдың ноябрендә ҡалала булған хәрби парадҡа бағышланды. Майҙанда округ төбәктәренән, шул иҫәптән беҙҙең республиканан 7 мең ярымдан ашыу кеше үтте. - Бөгөн Рәсәй нацизмға ҡаршы көрәштә йәнә алғы һыҙыҡта. Был Хәтер парады - Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәр менән бәйләнеш. Парад ил халыҡтарының ныҡышмалығын һәм берҙәмлеген сағылдыра. Балаларыбыҙҙың да ошондай ҡиммәттәр менән тәрбиә алыуы мөһим, тине ил президентының округтағы вәкиле Игорь Комаров.




