Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла һәләк булған Андрей Колпаковтың ғаиләһенә Рәсәй Геройы наградаһын тапшырҙы. “Бындай офицерҙар, яугирҙар өсөн батырлыҡ, профессионализм, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн ил президенты указы менән полковник Андрей Колпаковҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә”,-тине Игорь Комаров. Андрей Колпаков ракета шартлағанда ике хәрбиҙе кәүҙәһе менән ҡаплап ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала.




