Башҡортостанда хәрби оҫталыҡ һәм һәүәҫкәрҙәр спорты үҫешә

Республика Башлығы ошо туралағы законға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон дәүләт власы органдарына бюджет аҡсаһын файҙаланып был йүнәлештәр буйынса спорт ярыштарын ойошторорға булышлыҡ итеү мөмкинлеген бирә. Ҡанун халыҡты спортҡа ылыҡтарырға, сәләмәт тормошто пропагандаларға ярҙам итергә тейеш. Һәүәҫкәрҙәр спорты үҫешә, был өлкәгә иғтибар кәрәк, - тине Константин Толкачев.

Фото №1 - Башҡортостанда хәрби оҫталыҡ һәм һәүәҫкәрҙәр спорты үҫешә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ