Ярҙамды урындағы халыҡ, ойошма , предприятие һәм шәхси эшҡыуарҙар бергәләп йыйған. Гуманитар конвойҙы район хакимите башлығы Рөстәм Шәрипов оҙатып бара.
Башҡортостанда яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплау дауам итә. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында булдырылған.




