Сара студенттар отряды хәрәкәтенең 65 һәм «Рәсәй студенттар отряды» йәмәғәт ойошмаһының 20 йыллығына бағышланған. Слеттың тәүге көнөндә әүҙем йәштәр республика менән идара итеү ҙәгендә Округ штабы кәңәшмәһен уҙғарҙы. Осрашыуҙа төрлө мөһим һорауҙар ҡаралды, 2024 йылға йомғаҡтар барланды. Ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән эште дауам итеү кәрәклеге билдәләнде. Студентар отрядтары - сағыу, күләмле йәштәр хәрәкәте генә түгел, тәрбиә биреү системаһының мөһим өлөшө лә, тиелде штаб кәңәшмәһе барышында.
Округ штабы кәңәшмәһенән һуң, слетты тантаналы асыу сараһы үтте. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне. Слетҡа Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән меңдән ашыу әүҙем йәштәр йыйылған. Улар өсөн программа 10 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Һөнәри үҫешкә йүнәлтелгән майҙансыҡтар, оҫталыҡ конкурстары, тәжрибә уртаҡлашыу һәм стратегик сессиялар көтөлә.



