Өфөлә баш ҡалаға арналған кино төшөрөлә

Беренсе башҡорт кинокампусының генераль директоры Ҡарлуғас- Катрин Дүшәмбәева ошо турала белдерҙе. Проект президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантына тормошҡа ашырыла. 

Өфөлә баш ҡалаға арналған кино төшөрөлә

Фильм ҡыҫҡа метражлы була. Ул 5 көн эсендә төшөрөлә. Картинаның режиссеры Йошкар-Ола ҡалаһынан саҡырылған. Ул милли йәштәр кинопремияһы лауреаты, 10-дан ашыу проект авторы Денис Шаблий. “Киноны “Һуңғы интервью” тип атаныҡ.  Унда профессиональ артистар менән бергә Өфөлә йәшәүселәр уйнай. Был эш ике республика араһындағы дуҫлыҡ күперҙәрен тағы ла нығытырға тейеш”,  - тине ул.

Өфөлә баш ҡалаға арналған кино төшөрөлә

Өфөлә йәшәүселәр иртәгә күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша ала. 18 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла. Ҡыҫҡа метражлы фильмдың премьераһы Өфө кинотеатрҙарының береһендә була. Картина шулай уҡ Йошкар Ола ҡалаһында күрһәтелә. 

Фото №1 - Өфөлә баш ҡалаға арналған кино төшөрөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ