Бында баш ҡаланың дүрт районынан ҡар килтерелә. Ҡар эшкәртеү пункты ҡеүәте тәүлегенә 1200 кубометр. Иҡтисади яҡтан яңы пункт отошло технология буйынса эшләй - ҡар иретеү өсөн электр энергияһы талап ителмәй. Ҡар торбаларҙан аҡҡан тотонолған һыу ярҙамында иретелә, фильтрҙар сүп-сарҙан таҙарта. Ҡала эсендә урынлашҡан пункт экологик яҡтан зыянһыҙ.



