Нефтекамала «Без башҡортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте активистары йыйылды


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезы алдынан Нефтекамала «Без башҡортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте активистары йыйылды. Һөйләшеүгә республика йәмәғәтселек вәкилдәре, активистар һәм эксперттарҙан тыш, күрше Удмуртия һәм Пермь крайынан да ҡатнашыусылар саҡырылғайны. Йәштәрҙең туған телде, тарихты, мәҙәниәтте һаҡлауына айырыуса иғтибар бүленде, милли мираҫты һаҡлау буйынса эште әүҙемләштереү буйынса тәҡдимдәр индерелде. Съезд тәжрибә уртаҡлашыу, яңы идеялар формалаштырыу һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары активистары араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелде.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съзы алдынан бөгөнгө сараға төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәтенең иң әүҙем кешеләре йыйылды. Киләһе биш йылға үҫеш стартегияһын билдәләнек. Бөгөнгө йыйлышта ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы беҙ Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының 6-сы съезына йүнәлтәсәкбеҙ.

Радик Бәхтиев Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Без башҡорттар» хәрәкәте етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ