Башҡортостан Милли музейында Рәсәй немецтарының тарихын һәм мәҙәниәтен популярлаштырыуға арналған күргәҙмә асылды. Күргәҙмә Екатерина икенсенең сит илдән ҡунаҡтарҙы илебеҙгә саҡырыу тураһындағы манифестҡа ҡул ҡуйыуына 260 йыл тулыуға арнала.
Ойоштороусылар ҡунаҡтарға немец халҡы тураһында мәғлүмәт менән 24 стенд тәҡдим итте. Әйберҙәргә һәм тормош-көнкүреш йыһаздары күрһәтелгән экспозицияларға айырым иғтибар бирелә. Бөтә экспонаттар ҙа милли музей фондына һаҡлана. Бынан тыш, оҫталыҡ дәрестәре һәм тарихсылар, эксперттар менән осрашыуҙар уҙғарыу күҙаллана.



