Радий Хәбиров Башҡортостанда етештерелгән сифатлы продукция хаҡында һөйләне


«Башҡортостан продукты» тип яҙылған һәм республика флагы төҫтәрендәге логотип төшөрөлгән тауарҙарҙы халыҡ яҡшы белә. Был уларҙың үҙебеҙҙә етештерелеүе, сифат һәм хәүефһеҙлек нормаларына тап килеүе хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙған. Проекттың дипломанттары йылдан-йыл арта, тип хәбәр итә ул.

Әйтәйек, биш йылда улар 70 процентҡа артҡан, ошо осорҙа бындай маркировкалы тауарҙар иҫәбе 30 меңгә еткән. Һуңғы ярты йылда проектта ҡатнашыуға 62 дипломант ҡушылған. Башҡортостанда етештерелгән сифатлы продукция республиканан ситкә сығарыла. «Башҡортостан продукты»нда ҡатнашыусы 326 кеше продукцияны Рәсәй субъекттарына оҙата, ә 35 дипломант сит илдәргә экспортлай. «Проектта ҡатнашыу етештереүселәргә төбәк һәм федераль сауҙа селтәрҙәренә инергә мөмкинлек бирә. Ысынында иһә республикабыҙҙа һәм унан ситтә ихтыяж юғары булған берҙәм көслө бренд булдыра алдыҡ», - тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ