Фекер алышыуға Башҡортостандың социаль- гуманитар дисциплиналары өлкәһе вәкилдәре йыйылды, онлайн форматта башҡа төбәктәр ҙә ҡушылды. Белгестәр ижтимағи-сәйәси өлкәлә яһалма интеллектты ҡулланыу мөмкинлеген ҡараны. 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә йәштәр сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыуҙы, патриотик тәрбиә биреү һәм экстремизмға ҡаршы тороу алымдарын тикшерҙе. Секцияла шулай уҡ нейроcелтәрҙәрҙең йәмәғәтселек фекеренә йоғонтоһо буйынса Бөтә Рәсәй тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре тәҡдим ителде.



