Нариман Сабитов исемендәге мәктәптең йәш музыканттары тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһаны


Улар буласаҡ музыкант. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең беренсе синыф уҡыусылары тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһаны. 140 баланы музыкантлыҡҡа ҡабул итеү тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының орган залында үтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Сәхнәгә сығыр алдынан һуңғы репетиция. Ксения Шабанова ҡулына тәүге тапҡыр скрипканы ике ай элек кенә алһа ла, музыка ҡоралында ышаныслы уйнай. Бер нисә мунуттан һуң ул башҡа тиҫтерҙәре менән музыка донъяһына ҡабул ителәсәк.

Үҙ тормошон музыка менән бәйләүселәр, йырларға яратҡандар һәм моңға битараф булмағандар байрамы. Улар хәҙер «мажор», «минор», «аккорд» һәм «гамма» терминдарының мәғәнәһен белеүселәр рәтендә. Беренсе класс уҡыусыларын музыканттарға бағышлау байрамын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәреү матур йолаға әйләнгән. Тулҡынланыуын еңеп балалар тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыға. Филармонияның орган залында музыка ҡоралынан сыҡҡан көй, моң яңғырап ишетелә. Шуға күрә хаталар кисерелмәй. Быны йәш музыканттар яҡшы аңлай һәм концертҡа етди әҙерләнгән.

Йәш музыканттар алдында өлкән класс уҡыусылары ла сығыш яһаны. Сәхнәнән классик әҫәрҙәр, заман композиторҙарының көйҙәре яңғыраны.

Музыка донъяһындағы юлығыҙ онотолмаҫлыҡ, мауыҡтырғыс сәйәхәткә әйләнһен, тигән теләктәр яңғыраны кисәлә . Беренсе класс уҡыусыларының дебют концерты тулы залда һәм ихлас алҡыштар оҙатыуында үтте.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ