Башҡортостан вахтовигы Иркутск өлкәһендә янғын сыҡҡан өсөн яуап тота

Был хәл май  айында була. Вахта ысулы менән эшләп йөрөүсе ир, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн ташлай, һөҙөмтәлә, үлән янып китә. Ир янғынды үҙе һүнерергә тырыша, әммә ут тарала. Иркутск өлкәһе Урман комплексы министрлығы судҡа мөрәжәғәт ебәргән, ирҙең 150 мең һумлыҡ зыянды ҡаплауын талап итәләр.

Фото №1 - Башҡортостан вахтовигы Иркутск өлкәһендә янғын сыҡҡан өсөн яуап тота
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ