Иргәнән ул Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләйәсәк. Был хаҡта Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, төбәк башлығы хакимиәтенең эшен дауам итеү өсөн бөгөндән был вазифаны башҡарыу бурысы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Баҙрановҡа йөкмәтеләсәк. Максим Забелиндың фиҙәҡәр хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән баһаланды.




