Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған «Агротуризм» программаһы буйынса Туғыҙбай ауылында «4 күл маршруты» барлыҡҡа киләсәк. Эшҡыуар Руслан Нафиҡов быға тиклем үҙ аҡсаһына майҙанда ҡунаҡтар өсөн тирмәләр ҡуйған, милли кәсептәр менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырған. Дәүләт бүлгән 13 миллион һумға маршрут буйынса йәйле- ҡышлы йөрөү өсөн вездеходтар һатып алынасаҡ.
Бынан тыш, программа буйынса Силәбе өлкәһе Үрге Ҡараһыу ауылында «Балыҡлы урын» туристик комплексында инфраструктура яҡшыртыла. Дәүләт ярҙамында бында балалар майҙансығы төҙөү, экскурсия маршруттары булдырыу, балыҡ кафеһын асыу ҡаралған.



