Хәйбулла районында Хөрмәт Вахитовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы


Почетлы педагог, мәғариф ветераны хөрмәтенә. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбендә күренекле педагог-мәғрифәтсе Хөрмәт Вахитовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы.

Район мәктәптәре уҡыусылары конкурс комиссияһы ағзаларына үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, Хөрмәт Вахитов эшмәкәрлеге тураһында хәтерҙе яңыртыуға, тыуған яҡ тарихын, мәғариф системаһы менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға арналған эштәр араһынан жюри 22 авторҙың эҙләнеүҙәрен лайыҡлы тип тапты. Хөрмәт Исмәғил улының вариҫтары тикшеренеү эштәре буйынса конкурс еңеүсеһенә йыллыҡ стипендия булдырған. Уға Аҡъяр ауылы 1-се мәктәбенән конкурстың абсолют еңеүсеһе Гүзәлиә Баҡтыбаева лайыҡ булды.

Район мәҙәниәт һарайында тамырҙары Юлбарыҫ ауылынан булған арҙаҡлы шәхес, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хөрмәт Вахитовтың педагогик һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә арналған кисә лә уҙҙы. Шәхестең өс балаһы, ейән-ейәнсәрҙәре уның өлгөһөндә бөгөн уҡытыусылар династияһын дауам итә. Хөрмәт Исмәғил улы үҙе мәктәп уҡыусыларын илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүлгән, кадрҙар әҙерләү, матди-техник базаны үҫтереү, яңы мәктәптәр төҙөүҙе тормошҡа ашырыуҙа оҫта ойоштороусы булған. Белем биреүҙә юғары һөҙөмтә күрһәтеүсе уҡытыусы коллегалары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ