Бөгөн Асҡын-Ҡуяштыр автомобиль юлының 6-сы километрында 57 йәшлек водитель идара итеүҙе юғалтып, юлдан төшөп китә. Был ваҡытта салонда ете бала була. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 14 йәшлек пассажир медицина ярҙамы талап ителгән. Был ваҡытта уҡыусыларҙың өйҙәренә ҡайтып барған булыуы билдәле. Авариянан һуң ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә боҙлауыҡ сәбәпсе булыуы ихтимал. Осраҡ буйынса тикшереү башлаған.



