Өфөлә «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале уҙҙы


Йылғала батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарам, тип үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуялар. Быйыл йәй теркәлгән ваҡиғала Шамил Фазлыев һәм Артур Фионов бәләкәй ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡара. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн үҫмерҙәр бөгөн илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде. Сара «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә уҙҙы. Тантанала йәмғеһе тиҫтәгә яҡын бала-герой, кадеттар, хеҙмәтендә батырлыҡ күрһәткән ҡотҡарыусылар, улар эшен яҡтыртҡан журналистар билдәләнде. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова аралашты.

Ғәҙәттән тыш хәл быйыл теркәлә. Ул саҡта пляжда ҡыҙынған Шамил Фазлыев һәм Артур Фионов ике ҡыҙҙың һыуҙа кинәт бата башлауын күрә. Малайҙар оҙаҡ уйлап тормай, ярҙамға ашыға. Шамил бер ҡыҙҙы һыу төбөнән этәреп сығара, Артур ҡулынан тартып ярға алып сыға.

Ә Шаран һыуһаҡлағысында өс дуҫ - Даниил Тураев, Максим Гришуков һәм Айҙар Хәбиров өлкән йәштәге иҫерек ирҙең ғүмерен ҡотҡара. Егеттәрҙең ваҡытында ярҙам күрһәтеү һөҙөмтәһен генә ул тере ҡала. Һыу, ут, енәйәтсе - сәхнәгә күтәрелгән был үҫмерҙәр һәр бер ҡаршылыҡ менән батырҙарса көрәшә. Бәләкәй геройҙар Федерация советының махсус миҙалы менән дә бүләкләнде.

Нәҡ ошондай батыр йөрәктәр үҫкәс ҡотҡарыусы һөнәрен һайлай. Сара үткән Йәштәр милли театры залында батырлыҡ рухы тантана итә ине. Хеҙмәтендә батырлыҡ күрһәткән ҡотҡарыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бүләкләнеүселәрҙең береһе Ринат Дауытов иһә ял көнөндә ауылдашы өйөндә янғынды һүндерергә ярҙам итә. Профессиональ белемен ҡулланым ул тиҙ арала ут эсенә инеп, төтөн һулаған зыян күреүсене ҡотҡара.

«Иң яҡшы тәфтишсе», «Иң яҡшы ветеран ойошмаһы» - ҡотҡарыусылар бер нисә номинацияла билдәләнде. Юлай Ғәрифуллин икенсе йыл рәттән «Иң яҡшы ҡарауыл етәксеһе» исеменә лайыҡ була.

Йөрәге батыр булмаған был һөнәргә сыҙамай, ти Юлай Ғәрифуллин. Ҡотҡарыусылар араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Ә герой-балаларға килгәндә, бәлки, киләсәктә, улар ҙа профессиональ ҡотҡарыусылар сафын тулыландырыр.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ