Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында дәүләт наградалары һәм ветеран танытмалары тапшырылды .Был саралар фронт һыҙығынан ҡайтҡан яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Виталий Матвеев 2022 йылдың 27 сентябрендә мобилизациялана. Шул уҡ йылдың ноябрендә, хәрби задание үтәгәндә ауыр яралана. Яҙмыш һынауҙары алдында Виталий яңғыҙ ҡалмай. Яугирға «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды дауалауҙа ярҙам күрһәтә. Виталий Матвеев менән бергә генерал Шайморатов миҙалы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 12 кешегә тапшырылды, ә өс яугир хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһына эйә булды.



