Ҡораллы көстәр сафын ике йөҙгә яҡын яҡташыбыҙ тулыландырҙы

Көҙгө саҡырылыш дауам итә. Ҡораллы көстәр сафын ике йөҙгә яҡын яҡташыбыҙ тулыландырҙы. Егеттәр бер йыл дауамында Хабаровск, Дзержинск өлкәләрендәге, Мәскәү эргәһендәге хәрби частарҙа хеҙмәт итәсәк. Күп өлөшө Алыҫ Көнсығышҡа юллана. Башҡортостан хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған йәштәр, тәү сиратта, ҡабаттан медицина тикшереүенә ебәрелгән. Шулай уҡ һөнәри һайлап алыу буйынса тест үткән. Улар банк карталары һәм әрме хеҙмәте өсөн тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән.

Башҡортостан Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәренә ярашлы, көҙгө саҡырылышта ҡатнашыусылар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелмәй. Курск йүнәлеше буйынса күтәрелгән имеш-мимештәр ҙә ялған булыуы билдәләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ