Өфө хосписында матурлыҡ бүлмәһе асылды


Унда сәс ҡырҡтырырға ла, маникюр эшләтергә лә мөмкин. Башҡортостан православ ҡатын-ҡыҙҙары берлегенең «Мәрхәмәтлек» проекты республика башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Учреждение стеналарында косметик-гигиена процедуралары уҙғарыуға барлыҡҡа килгән уңайлы шарттар тураһында киләһе яҙма.

«Мәрхәмәтлек» проекты ниһайәт тормошҡа ашты. Өфө хосписында дауалап булмай торған сирҙәр менән яфаланған балалар һәм ололарға матурлыҡ бүлмәһе ойошторолдо. Маникюр өҫтәле, ҙур көҙгөләр, уңайлы креслолар - бында сәс ҡырҡыу, тырнаҡтарҙы нығытыу, буяу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Теләүселәрҙе подолог та ҡарай. Ә бит быға тиклем пациенттарға косметик-гигиена процедуралары палата шарттарында уҙғарылған.

Былтыр йәй баш ҡалала асылған хоспис бөгөн тулы ҡеүәттә эшләп, ауыр сирҙәрҙән яфаланған алтмыштан ашыу пациентты хеҙмәтләндерә. Күптәр бында тәүгә генә ярҙам алмай. Йәмихә Бикмәтова ла учреждение стеналарында тормош иптәшенә булған йылы ҡарашты билдәләп үтте. Матурлыҡ бүлмәһенә лә ғаилә тәүгеләрҙән булып сиратҡа баҫты.

Башҡортостан православ ҡатын-ҡыҙҙары берлегенең «Мәрхәмәтлек» проекты республика башлығы гранттары конкурсында еңеү яулағайны. Уңышлы башланғыс матурлыҡ бүлмәһе менән генә сикләнмәй, ауыр хәлдәге кескәй пациенттарға көлкө менән терапия уҙғарыу ҙа ҡаралған. Ошо маҡсатта ирекмәндәр махсус уҡыу үткән. Ғөмүмән, хосписта ауырыуҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә эш дауам итә. Көслө, берҙәм коллектив алдында изге маҡсаттар.

Өфө хосписында опера һәм балет театры артистары ла мәрхәмәтлек сараһы уҙғарҙы. Байрам концертына сирлеләр һәм уларҙың яҡындары тамаша ҡылды. Белгестәр билдәләүенсә, музыканың да терапиялағы көсө баһалап бөткөһөҙ...

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ