Баш ҡалаға Рәсәйҙең 54 төбәгенән 800-ҙән ашыу әүҙем үҫмер йыйылған. Ике көнгә иҫәпләнгән чемпионат төрлө һынауҙар үтеүҙән башланды. Барлығы алты майҙансыҡ эшләй. Һәр береһендә лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм үҙ проектыңды яҡлау буйынса осрашыуҙар үтә. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған үҫмерҙәрҙәр үҙ проекттарын яҡлаясаҡ. Сарала Башҡортостандан 17 команда ҡатнаша. Улар ҙа үҙ идеяларын тәҡдим итергән әҙер. Йәштәр башланғыстарын федераль эксперттар баһалай. Йәмғеһе 200 команда араһынан иң яҡшы 5 проект һайлап алынасаҡ. Уларҙы киләһе йыл Рәсәй кимәлендә ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.
Фән һәм технологиялар, илһөйәрлек, һөнәр һайлау, экология, мәҙәниәт,спорт. Был иң популяр йүнәлештәрҙең бер өлөшө генә. Проекттарҙы төрлө темаға бағышларға мөмкин, әммә һәр береһе социаль әһәмитәле булырға тейеш. Беренселәр хәрәкәтенең «Бейеклек» акселераторы чемпионатының иң яҡшы проекттары иртәгә билдәләнәсәк. Финалистарҙы бүләкләү сараһы «Торатау» конгресс холында үтә.



