Был йүнәлеш Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә әүҙем үҫешкән. Хәҙер проектҡа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернаты ла ҡушылды. Уҡыусыларға ҡунаҡҡа Рәсәйҙең спорт мастеры Данис Ғабдрафиҡов килде. Ул балалар менән аралашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, бокс буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Был программа яңы чемпиондар тәрбиәләргә, үҫмерҙәр араһында спорттың был төрөнә ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырыр тип күҙаллана.



