Мәҙәни сарала халыҡ коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты. Бәйгегә Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән 130-ан ашыу ғариза тапшырылғайны, финалға 30-ы ғына үтә. Улар Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә билдәле халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Рус мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурс «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһы тарафынан йыл да уҙғарыла.



