Баймаҡ ҡалаһының «Толпар» балалар баҡсаһына 10 йәш

«Толпар»ға 10 йәш! Баймаҡ ҡалаһында 2014 йылда мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн үҙ ишектәрен асҡан баҡса 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне.Уларҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.

«Толпар» балалар баҡсаһында сабыйҙарҙың шат тауышы, ихлас көлөүе генә хакимлыҡ итә төҫлө. Ҙур яҡты бинала иркен төркөмдәр, педагог-психолог, уҡытыусы-логопед кабинеттары, музыка hәм физкультура залдары, аҙыҡ-түлек, медицина блоктары заманса талаптарға яуап бирә. Бөгөнгө көндә бында 150-нән ашыу бала тәрбиәләнә.

Мәктәпкәсә белем биреү учереждениеһының тәүге мөдире Мөнирә Ситдыҡова эшләгән осорҙа бик яҡшы, һәләтле коллектив туплауға өлгәшә. 2019 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсаһы» исеме бирелеүе ‐ уларҙың эш һөҙөмтәһенә иң юғары баһа. Бөгөн дә толпарҙар был исемгә тап төшөрмәй, балаларҙы һәр яҡлап тәрбиәләүҙе, уҡытыуҙы hәм үҫтереүҙе маҡсат итеп эшләй.

Ун йыл - йомғаҡ яһау, киләсәккә пландар ҡуйыу мәле генә. Был йылдар эсендә балалар баҡсаһы формалашыу, ижади эҙләнеү, педагогик тәжрибә туплау һәм бик күп изге традициялар табыу юлын үтә. Юбилей тантанаһында балалар баҡсаһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Тәрбиәләнеүселәр һәм педагогтар сағыу байрам концерты күрһәтте.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ