Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Һамарҙағы ярыштарҙа беҙҙең республиканан 39 кеше ҡатнашты. Улар төрлө йәш категорияһында 6 миҙал яуланы. 16 спортсы Ил беренселегенең юғары лигаһында ҡатнашыу хоҡуғын алды. - Яҡшы һөҙөмтә. Был уйын фекерләүҙе яҡшырта, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яңы ысулдар табырға ярҙам итә, - ти Радий Хәбиров.




