Республикала 35 йәшкә тиклемге 1 миллион 57 мең кеше бар. Уларҙың 520 меңе ҡатын-ҡыҙҙар. Ир-егеттәр 17 меңгә күберәк. Йәштәрҙең 65 проценты ҡалала йәшәй, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. Республика эшкә һәләтле тип танылғандарҙың 31 проценты - йәштәр.




