Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ғаилә министрлығына ошо мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Механизм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үгәй аталары һәм әсәләренә санаторийҙа дауаланыу форсаты бирергә тейеш. Радий Хәбиров Мәсетле районында йәшәгән ғаиләнең тарихын һөйләне.
Башҡортостанда яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре 15 шифаханала һаулығын яҡшырта ала. Курорттарҙың тулы исемлеге менән Һаулыҡ һаҡлау йәки Ғаилә министрлыҡтары сайтында танышырға була.




