Яугирҙарға торлаҡ алыуҙа льгота бар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 35 йәшкә тиклемге хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә торлаҡ өсөн социаль түләүҙәр иң беренсе сиратта бирелә. Премьер-министр Михаил Мишустин ошо туралағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Бындай льготаға шулай уҡ күп балалы ғаиләләр хоҡуҡлы. Түләү суммаһы торлаҡ хаҡының 30-35 процентына тиң. - Алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларға ярҙам итеү өсөн киләсәктә лә тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, -тине Рәсәй хөкүмәте рәйесе.

Фото №1 - Яугирҙарға торлаҡ алыуҙа льгота бар
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ