Өфөлә баш ҡалаға арналған кино төшөрөлә. Ул “Һуңғы интервью” тип атала. Фильмда төп ролде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәжибә Искәндәрова башҡара.
Фильмдың премьераһы киләһе йылдың февралендә булырға тейеш. Проект президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантына тормошҡа ашырыла.





