Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт форумын асыу тантанаһында ҡатнашты


Төбәк етәксмеһе күргәҙмәләр комплексында «Машиналар төҙөлөшө», «Металл эшкәртеү», «Өфөнөң инновация мөмкинлектәре» тип исемләнгән экспозицияларҙы ҡараны. Унда илдең егерме төбәгенән йөҙҙән ашыу компания үҙ продукцияһын, яңы технологияларын тәҡдим итә, Белоруссия һәм Ҡытайҙан делегациялар килгән. Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостанда сәнәғәт үҫеше темптары юғары булыуын билдәләне. Ил кимәлендә алып барылған сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында ла республика дүртенсе йыл рәттән алдынғы өс төбәк исемлегендә.

Төбәк етәксеһе форум майҙансығында ике яңы производствоға старт бирҙе. «Бурсервис» компанияһы нефть һәм газ скважиналарын капиталь ремонтлау инструменты етештерә башлаһа, Туймазылағы предприятие техник углеродты грануллау буйынса яңы технологик линияны сафҡа индерҙе. Һуңғыһы буйынса етештереүсәнлек ҡеүәте 5 процентҡа артыуы билдәле.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ