Республикала ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау программаһы тормошҡа ашырылыуға 15 йыл


Ошо уңайҙан тармаҡ белгестәре кәңәшмәгә йыйылды. Ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау программаһына Башҡортостан тәүгеләрҙән булып инде. Бынан 15 йыл элек Өфө ҡалаһының ашығыс ярҙам клиник дауаханаһында, баш ҡаланың 18-се дауаханаһында һәм Белорет, Октябрьский ҡалаларында махсуслашҡан үҙәктәр асылды. Унда киҫкен коронар синдром һәм мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоуы диагнозы менән пациенттар дауалана. Республика буйлап бындай үҙәктәр һаны 19 ға еткән.


Инсульттан һуң тормош бар тип әйтә алабыҙ. Сөнки ул диагноз ҡуйылғандан һуң пациенттарҙы беҙҙең табиптар командаһы дауалап аяҡҡа баҫтыра. Неврологтар ғына түгел, рентген- эндоваскуляр хирургтар, нейро һәм ҡан тармырҙары хирургтары, нур диагностикаһы табиптары. Бергәләп эш иткәндә сирҙән арыныу юлы бар, һәм уға беҙ ирешәбеҙ.

Ирина Карамова, Өфө ҡалаһының ашығыс ярҙам клиник дауаханаһы баш табибы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ