«Юлдаш плюс» йәштәр радиоһы иң яҡшы йырсыларҙы билдәләй

«Юлдаш плюс» йәштәр интернет-радиоһы иң яҡшы йыр, башҡарыусы, музыкаль блогер, композитор, оранжировкалаусыны билдәләй. Ғәҙәттәгесә, фестиваль алдынан матбуғат конференцияһы үтте. Быйыл ҡатнашыусылар һаны күп булыуға бәйле, жюри ағзалары йөҙгә яҡын композицияны тыңларға тейеш. Еңеүселәр 16 номинация буйынса билдәләнәсәк. Милли йәштәр фестивале Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә. Йыл һайын ойошторолған конкурс быйыл биш йыллыҡ юбилейын билдәләй. Гала-концерт 15 декабрҙә Конгресс-холда үтәсәк, инеү бушлай.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ