Башҡортостан башлығы Рәсәй сәнәғәт форумын асыу тантанаһында ҡатнашты


Күләмле сара сиктәрендә ете мең квадрат метр майҙанда машиналар төҙөлөшө һәм металл эшкәртеү, Өфөнөң инновация мөмкинлектәрен сағылдырған күргәҙмә эшләй. Төбәк етәксеһе экспозициялар менән танышып, видеобәйләнеш режимында дөйөм хаҡы 1 миллиард һум тәшкил иткән яңы индустриаль проекттарға старт бирҙе. Ошонда уҡ еңел сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Күргәҙмәләр залы тотош бер заводты хәтерләтә. Рәсәй сәнәғәт форумында иртәнге сәғәттәрҙән алып эш ҡайнай. Күтәреү механизмдары, һанлы идара итеү программаһы булған ҙур станоктар, пилотһыҙ осоусы аппараттар - экспозицияларҙа илдең сәнәғәт үҫеше сағылыш тапҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында ҡатнашып, Рәсәйҙең технологик суверенитетын тәьмин итеү мөһимлеген билдәләне. Республикала тармаҡҡа ҙур иғтибар бүленә, сәнәғәт үҫешенә көслө команда этәргес.

Төбәк етәксеһе форум майҙансығында ике яңы производствоға старт бирҙе. «Бурсервис» компанияһы нефть һәм газ скважиналарын капиталь ремонтлау инструменты етештерә башлаһа, Туймазылағы предприятие техник углеродты грануллау буйынса яңы технологик линияны сафҡа индерҙе. Һуңғы проектта етештереүсәнлек ҡеүәте 5 процентҡа артыуы билдәле.

Башҡортостан сәнәғәте - ил кимәлендә яҡшы күрһәткестәр менән килә, быға, тәү сиратта, ярҙам саралары булыуы этәргес. Сәнәғәтте үҫтереү фонды әүҙем эшләй. Республика кластерҙар һаны һәм һөҙөмтәле эше буйынса ла илдә алдынғылар иҫәбендә.

Рәсәй сәнәғәт форумының күргәҙмә майҙансығы тотош бер цехты хәтерләтә. Бында иллегә яҡын станок килтерелгән. Металл эшкәртеү комплексын ғына алайыҡ. Ул тулыһынса автоматлаштырылған. Компания йөк ташыу һәм логистика өсөн дә роботтар тәҡдим итә.

Ете мең квадрат метр майҙанда йөҙҙән ашыу экспозиция стенды. Форумда Рәсәйҙең егерме төбәге, Белоруссия һәм Ҡытай предприятиелары вәкилдәре ҡатнаша. Эшлекле программа сиктәрендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡараласаҡ, битуби форматында осрашыуҙар ойошторола.

Күргәҙмәләр комплексының икенсе ҡатында «Еңел сәнәғәт» форум-күргәҙмәһе эшләне. Күләмле сара республика предприятиелары һәм дизайнерҙарының заманса кейем коллекцияһын күрһәтеүҙән башланды. Башҡортостан башлығы тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен сәләмләп, иҡтисадты үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе. Көндәлек, спорт кейемдәре булһынмы, мәктәп формаһымы - сифатлы продукция етештерелә.

Сара сиктәрендә «Сәнәғәт сәғәте»ндә ҡаралған тағы ла бер проект тормошҡа ашырыла башланы - Туймазы районында беренсел сеймал өсөн һаҡлау төргәктәре әҙерләү буйынса тегеү производствоһы сафҡа индерелде. Өфөнән эшҡыуар Артур Исҡужин да дәүләт ярҙамын файҙаланып, этно стилдәге кейем тегеү буйынса производство ҡеүәттәрен арттырырға иҫәп тота.

Туғыҙ ай эсендә генә республиканың еңел сәнәғәт предприятиелары 14 миллиард һумлыҡ продукция етештергән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда миллиард ярым һумға күберәк. Форумда компанияларҙың ышаныслы сығыш яһауы - үҫеш мөмкинлектәре киң булыуын дәллиләй.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ