Туймазы ҡалаһында Сәхи Хисмәтуллин исемендәге «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Үлемһеҙ халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында яңы исемдәр, яңы таланттар асылды.
Бынан 28 йыл элек Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй» бәйгеһе тип аталған матур йола барлыҡҡа килә. 2022 йылдан алып Сәхи Хисмәтуллин исемен йөрөтә.
Быйылғы бәйгелә 70-тән ашыу кеше көс һынашты. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан тыш, Татарстан республикаһы, Ямало-Ненецк автономиялы округы, Силәбе өлкәһе, Мәскәү ҡалаларынан килгән таланттарҙың ҡатнашыуы бәйгегә йәм өҫтәне.
Иң йәш ҡатнашыусыға 8 йәш, ул Айдан Хәйҙәров, Иң оло ҡатнашыусы- 80 йәшлек Мөҙәрис Мөхтәсипов. Икеһе лә Туймазы районынан.
Шуныһы ҡыҙыҡ, йыр конкурсы еңеүсеһе Хәбир Аралбаев профессионал бейеүсе. Ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле солисы.
Ике йыл һайын Туймазы ерендә ойошторолоп килгән «Оҙон көй» бәйгеһе артабан да яңы исемдәр асыуына шик юҡ.
Наил Юнысов



