Өфөлә шағирә, әҙәбиәт белгесе Йомабикә Ильясова менән осрашыу үтте

Әҙәби кисәгә уның ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре, яҡташтары килде. Сара шағирәнең тыуған көнө уңайынан «Китап» кибетенең осрашыуҙар залында уҙҙы. Йомабикә Ильясова ижадын һөйөүселәргә мәңгелек ҡиммәтәргә арналған шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Бынан тыш, сара барышында шағирә менән яҡындан аралашырға, автографлы китабын алырға, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңларға мөмкин ине.

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Ильясова сығышы менән Хәйбулла районынан. «Башҡортостан пионеры», «Йәшлек», «Башҡортостан ҡыҙы» матбуғаттарында хеҙмәт иткән. 2008 йылда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ