Хәрбиҙәр “Батырлыҡ өсөн”, Шайморатов, Суворов һәм Жуков миҙалдарына лайыҡ булды. Дәүләт бүләген “Восход” ҡушаматлы полк командиры тапшырҙы. Ул шулай уҡ Ғази Заһитов исемендәге штурм отряды һәм Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙарын бүләкләне. Уларға хәрби бурыс үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн Рәсәй Оборона министрлығының ведомство наградалары бирелде.




