Ул “Башҡортостан моряктары Ватанға хеҙмәттә!” тип атала һәм яҙмышын хәрби-диңгеҙ флоты менән бәйләгән яҡташтарыбыҙға бағышлана. Экспозиция Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейында ойошторолған. Бөгөн республикала 43 меңдән ашыу флот ветераны иҫәпләнә. 35 кеше адмирал дәрәжәһенә эйә. Уларҙың тормош һәм хеҙмәт юлы йәш быуын өсөн өлгө булып тора, тип белдерәләр Ҡотопсолар музейынан. Башҡортостанда “Диңгеҙселәр йыйылышы” йәмәғәт ойошмаһы булдырылған. Бөгөн республика атамаһы менән бәйле 4 диңгеҙ судноһы бар. Күргәҙмә менән 8 декабргә тиклем танышырға була.




