Лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре менән Рәсәй фәндәр акдемияһы акАдемигы, медицина фәндәре докторы, профессор Владимир Крылов һәм илдең иң көслө нейрохирургтары сығыш яһай. Курс тыңлаусылары биологик препараттар буйынса оҫталығын арттырып, лаборатория хайуандары менән тәжрибә үткәрә. Шулай уҡ эске йоҡо артерияһы ауырыуҙарын, ҡатмарлы церебраль аневризманы хирургик дауалау, микрохирургиялы тамыр анастомоздарына бәйле уҡыуҙар ойошторола. Мәғариф курсы сиктәрендә табиптар квалификацияһын күтәреп, таныҡлыҡ аласаҡ. Улар менән Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеүҙәр медицина университетының фундаменталь нейрохирургия кафедраһы уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлаша.



