Фәнгә, мәғарифҡа һәм иҡтисадҡа нисек кадрҙар йәлеп итергә? Мәсьәлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Фекер алышыу клубының күсмә ултырышында тикшерелде. Сарала ҡатнашыусылар карьераның өҙлөкһөҙ үҫеүенә булышлыҡ итеүсе алымдар, шәхестең үҫеш мөмкинлектәрен асыу юлдары менән танышты. Тәжрибәле белгестәр видеоконференция режимында әүҙем балаларҙы фәнгә һәм мәғарифҡа йәлеп итеү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.



