Алдағы өс йылда Башҡортостанда Президент программаһы буйынса тағы ла 88 мәктәп ремонтланасаҡ

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, 2025-2027 йылдарға был программаға тағы ла 16 балалар баҡсаһы һәм 7 колледж бинаһы индерелә. «Владимир Владимирович Путинға был программа һәм уны мәктәпкәсә һәм урта махсус һөнәри белем биреү тармағына киңәйтеүе өсөн рәхмәтлебеҙ. Башҡортостанда урта махсус белем биреү өлкәһенең матди-техник базаһын яңыртыу буйынса эш алып барабыҙ һәм был йәһәттән Президент ярҙамының әһәмиәте ҙур. Һуңғы өс йылда Башҡортостанда ошо программа буйынса 146 мәктәп бинаһы ремонтланды, 55 меңдән ашыу бала уңайлы шарттарҙа белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Үҙебеҙгә генә был мәсьәләне хәл итеү ауырға тура килер ине» тип белдергән Радий Хәбиров.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ республикаға яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса аласағын хәбәр итте. Өфөлә 360 урынлыҡ математика лицей-интернаты өсөн 2,4 миллиард һум бүленә. Башҡортостанда математика мәктәбе көслө һәм республика күптән инде ошондай белем биреү учреждениеһын асырға планлаштыра. Мәғариф системаһына бығаса булмаған федераль аҡсалар бүленеүе тәү сиратта төбәк башлығы Радий Хәбировтың абруйы менән бәйле.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ