Башҡортостандың «Иң яҡшы комбайнсы»һы Лада Гранта менән бүләкләнде


Ауыл хужалығы алдынғыһына- Лада Гранта. Борай районында ойошторолған «Иң яҡшы комбайнсы» конкурсында Мамаҙы ауылында йәшәүсе Зөлфәт Әхмәтғәлиев еңеп сыҡҡан. Механизаторҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.

40 йыл буйы трактор һәм комбайн менән идара иткән эшсе ҡулдарҙа еңел автомобиль руле уйынсыҡтай өйөрөлә. Зөлфәт Шәрифғәли улы эшкә хәҙер бүләккә алған машина менән генә йөрөйәсәк. Алдынғы механизаторға Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә автомобиль асҡысы тапшырылған.


Ғүмер буйы тракторсы булып эшләнем 1984 йылдан бирле. Борайға саҡыртып алып еңел автомобиль асҡысы биргәс ,ҡыуаныстың сиге булманы.

Зөлфәт Әхмәтғәлиев, механизатор

Тракторсы-механизатор эшләгән ауыл хужалығы предприятиеһы 1928 йылдан билдәле. Кооператив малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә. Зөлфәт Әхмәтғәлиев уҙған йылда 700 гектарҙан ашыу ерҙә иген йыйып алыуға өлгәшкән.

Алдынғы механизатор атаһы Шәрифғәли Әхмәтғәли улының юлын һайлаған. 93 йәшен тултырған атаһы ла ваҡытында районда алдынғы тракторсы булған. Әле Зөлфәт Әхмәтғәлиев автомобилгә документтар әҙерләү менән мәшғүл. Тиҙҙән ул ҡатыны менән район үҙәгенә балалары һәм ейәндәре янына ҡунаҡҡа барырға йыйына.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ