Яңы мөмкинлек менән әле үк биш әсә ҡулланған. Күкрәк һөтө банкы һәм имеҙеүгә ярҙам итеү бүлмәһен асыу сараһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова булды.
Әсә һөтө банкы кабинеты ике бүлмәгә бүленгән: уның бер өлөшөндә пациент биоматериал тапшыра, ә икенсеһендә медицина хеҙмәткәре уны пастеризациялай. Туҡлыҡлыҡ ҡиммәтен, витамин һәм микроэлементтарҙы һаҡлап, бактерия һәм вирустар юҡ ителә. Яуаплы эшкә шәфҡәт туташтары етди ҡарай, иң мөһиме - хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә.
Йәш әсәләр һөттө тап үҙ балаларын имеҙеү өсөн ҡалдыра. Туңдырылған килеш ул алты айға тиклем һаҡлана ала. Күкрәк һөтө банкын булдырыу - имеҙеү менән проблемалар йәки сабый табиптар күҙәтеүе аҫтында булған саҡта ҡулланыла. Балалар ҡатнашмаһына ҡарағанда, күкрәк һөтөнөң файҙаһы күпкә юғары. Әсә һөтөн ҡулланыу, айырыуса, етлекмәй тыуған сабыйҙар өсөн хәүефте кәметергә, тиҙерәк үҫешергә мөмкинлек бирә, ти табиптар.
Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгендә күкрәк һөтөн һаҡлау банкын асыу тантаналы рәүештә үтте. Сарала хәйриә фондтары етәкселәре, төрлө министрлыҡ вәкилдәре ҡатнашты. Федераль проект «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Бер юлы медицина учреждениеһында бала табыуҙан һуң реабилитация үтеү кабинеты ла сафҡа инде.
Реаблитация үтеү кабинетында йәш әсәләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба аласаҡ. Шулай уҡ бында етлекмәй тыуған сабыйҙар өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр тәҡдим ителгән.
Тантаналы асыу сараһында ошо көндәрҙә сабыйҙары тыуған әсәләр бүләкләнде. Улар араһында Көйөргәҙе районынан Ләйсән Байғотлина бар. Ҡатындың ғаиләһен күп балалы итеп улдары Тамерлан донъяға килгән.
Республика перинаталь үҙәге - Рәсәйҙәге иң ҙур медицина учреждениларының береһе. Бында йыл һайын 10 меңдән ашыу бала донъяға килә. алдынғы медицина учреждениеһы. Бында башлыса, һаулыҡ проблемалары булған йөклө ҡатындар мөрәжәғәт итә. Реанимация һәм нтенсив терапия бүлегендә яңы тыуған сабыйҙар махсус ярҙам ала. Хәҙер иһә тиҙерәк һауғыр өсөн сабыйҙарҙың туҡланыу рационында әсә һөтө буласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова



