Башҡортостанда киләһе өс йылда тағы 88 мәктәп ремонтлана

Шулай уҡ 16 балалар баҡсаһын һәм 7 колледжды төҙөкләндереү көтөлә. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. - Программа ғәмәлгә  ашырылғаны, уның мәктәпкәсә һәм урта һөнәри белем биреү системаһына киңәйтелгәне өсөн Президентҡа рәхмәт. Башҡортостанда уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яңыртыу буйынса эш алып барыла. Яңы мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө өсөн федераль үҙәктән аҡса бүленә. Өфөлә 2 миллиард 400 миллион һумға математика лицей-интернаты булдырыла, - ти Радий Хәбиров. Башҡортостанда һуңғы өс йылда 146 мәктәп бинаһы ремонтланған. Уларҙа 55 меңдән ашыу бала белем ала.

Фото №1 - Башҡортостанда киләһе өс йылда тағы 88 мәктәп ремонтлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ