“Бөгөн илебеҙ өсөн үтә лә яуаплы осор. Мин ысын патриот булараҡ алғы һыҙыҡҡа барырға ҡарар иттем”, - тип белдерҙе Абзый ҡушаматлы яугир. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
“Град” һәм “Каспер” ҡушаматлы яугирҙар башҡорт батальондарының береһендә хеҙмәт итә. “Тыуған яҡтан көс алып, хәрби бурыстарҙы үтәү маҡсатында йәнә алғы һыҙыҡҡа юлға сығабыҙ”, - ти улар.
Республика ир-егеттәре яҡташтары менән бер сафҡа баҫа ала. Бының өсөн Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк. Ситуация үҙәгендә белешмә алырға мөмкин. Бәйләнеш телефоны: 122 йәки 218-19-19. Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.




