Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан белдереүҙәренсә, сертификаттарҙың дөйөм суммаһы 900 миллион һумға баһалана. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, махсус хәрби операция яугирҙары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, килеме түбән булған ишле ғаиләләр һәм граждандарҙың башҡа льготалы категориялары алыу хоҡуғына эйә. Республикала 2019 йылдан йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат алырға мөмкин.




