Линия йыл аҙағына тиклем сафҡа инер тип көтөлә. Сит ил етештереүсеһенең крандары предприятиеларҙа ҙур һорау менән файҙалана. Шуға күрә беҙ инвесторға республикабыҙҙа үҙ цехын төҙөү башланғысы менән сыҡҡанда ярҙам иттек, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, проект уҙған йылдың сентябрендә «Инвестиция сәғәттәренең» береһендә ҡаралды, уға өҫтөнлөклө статус бирелде. Төрөк инвесторы бының менән генә туҡталып ҡалырға уйламай. Киләһе аҙым Өфө эргәһендә завод төҙөү булырға тейеш. «Башҡа илдәрҙең бизнесы Башҡортостанды үҙенең производствоһын урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ итеп ҡарауына шатмын. Төркиә республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә икенсе урынды биләй. Беҙҙе яҡшы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй, уларҙы нығытасаҡбыҙ», тип яҙған Башҡортостан башлығы.




