Юл фажиғәһе Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы автомобиль юлының 124-се километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Гранта» автомобиле менән идара иткән 26 йәшлек ҡатын ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Киа Спортейдж» менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә «Лада» водителе һәм уның йәш ярымлыҡ балаһы ваҡиға урынында вафат була, 35 йәшлек «Киа» водителе һәм уның 64 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Баҡалы районы прокуроры Павел Цынаев, шулай уҡ Башҡортотсандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов килгән.



